+21 °С
Болотло


Башҡортостанда 21 йәшлек телефон террорсыһын ҡулға алғандар. Ул Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы сауҙа үҙәктәренең береһендә шартлатҡыс булыуын хәбәр итә. Сауҙа үҙәгенән шунда уҡ һатып алыусылар һәм һатыусыларҙы эвакуациялайҙар. Ә сауҙа үҙәген ябып ҡуялар. Эшҡыуарҙар матди зыян күрә, ә тейешле хеҙмәттәр бинала тикшереү үткәреүгә байтаҡ ваҡыт сарыф итә һәм әммә шик тыуҙырған әйбер табылмай. Ғәйепләнеүсе ғәйебен таный һәм уға 5 йылға төрмәгә ултырыу ҡурҡынысы янай.