Шоңҡар
+22 °С
Ямғыр
Новости
7 Февраль 2022, 13:26

Өлгөлө башҡорт ғаиләләре билдәләнде

Барлыҡ ҡатнашыусыларға уңыштар теләйбеҙ!

Өлгөлө башҡорт ғаиләләре билдәләндеӨлгөлө башҡорт ғаиләләре билдәләнде
Өлгөлө башҡорт ғаиләләре билдәләнде

Сибайҙа «Өлгөлө башҡорт ғаиләһе-2022» асыҡ республика конкурсының зона этабы үтте. Унда Ейәнсура, Йылайыр, Хәйбулла, Бөрйән, Көйөргәҙе, Баймаҡ райондары, Күмертау, Сибай ҡалалары, шулай уҡ Ырымбур өлкәһенән 18 ғаилә ҡатнашты. Ярыш һөҙөмтәһе түбәндәгесә:

«Ғаилә ижады» номинацияһында: 1-се урын - Халиҡовтар ғаиләһе (Баймаҡ районы),

2-се урын - Ғарифуллиндар ғаиләһе (Бөрйән районы) һәм Илмөхәмәтовтар ғаиләһе (Күгәрсен районы),

3-сө урын - Мәмбәтовтар ғаиләһе (Хәйбулла районы), Ҡотлоғужиндар (Баймаҡ ҡалаһы) һәм Мәмбәтовтар (Ырымбур өлкәһе);

«Ғаилә һөнәре» номинацияһында:

1-се урын - Хөснуллиндар ғаиләһе (Күгәрсен районы),

2-се урын - Аҙнабаевтар ғаиләһе (Ейәнсура районы),

3-сө урын - Юнысовтар (Хәйбулла районы) һәм Моталлаповтар ғаиләһе ( Йылайыр районы).

«Ғаилә ҡиммәттәре» номинацияһында 1-се урын - Хәсәновтар ғаиләһе (Сибай ҡалаһы).

Зона этабы еңеүселәрен артабан республика кимәлендә һынау көтә. Финал өлөшө - конкурсҡа йомғаҡ яһау һәм бүләкләү - 1 мартта Стәрлетамаҡ ҡалаһында үтәсәк. Барлыҡ ҡатнашыусыларға уңыштар теләйбеҙ!

"Ҡоролтай"

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас