+21 °С
Болотло


Ишембай районында хаҡлы ялдағы ҡатын-ҡыҙҙар ҡышҡы балыҡ ҡармаҡлау менән шөғөлләнә. Ағиҙел йылғаһында алабуға, сабаҡ һәм йәйен тоторға була, ти улар.
“Килгәс тә мәке уябыҙ. Елдән ышыҡланыу өсөн сатыр ҡорабыҙ һәм иң күңелле эш башлана”, - ти Гөлсирә Шафиҡова. Уға балыҡ тотоу серҙәрен тормош иптәше өйрәткән. Саф һауала балыҡ ҡармаҡлау сәләмәтлек өсөн файҙалы тигән фекерҙә ул.
Гөлсирә Шафиҡова һәм уның әхирәттәре районда балыҡ ҡармаҡлау буйынса ойошторолған ярыштарҙа еңеү яулап килә. “Пенсияға сыҡҡас тормош башлана ғына. Балыҡ ҡармаҡлау иһә хәҙер беҙҙең йәшәү рәүешенә әйләнде”, - ти Надежда Дудова.