Шоңҡар
+22 °С
Ямғыр
Новости
7 Февраль 2022, 13:01

Теләк ағасы

Теләк ағасыТеләк ағасы
Теләк ағасы

Көндәрҙең береһендә бер кеше сүллеккә барып юлыға. Ҡояштың ҡыҙыу нурҙары хәлен ала. Тамам асығыуҙан һәм сарсауҙан хәлдән тая. Атлап түгел, шыуышып йөрөй башлай. Ҡаршыһына бәләкәс кенә ағас тап була.

— Йә инде, ошо ағастың япраҡтары суғым булып, мине ҡояш нурҙарынан ҡаплаһын ине, — тип ул апртырағандан уйлап ҡуя. Мөғжизә!

Был ағастың япраҡтары шул тиклем күп һәм ҙур була. Һалҡын күләгәгә нисек барып юлыҡҡанын аңламай ҙа ҡала хатта. Бер аҙ ял итеп алғандан һуң ул уйланып:

— Йә инде, был ағаста һутлы емештәре лә үҫкән булһа, тамам хәл инеп ҡалыр ине, - ти. Мөғжизә! Ағаста һутлы емештәр барлыҡҡа килә. Алланып бешкән бер емеште өҙөп ала ла тешләп ҡарай. Уның тәмееее! Телеңде йоторлоҡ. йәнә бер нисә емеште ашағандан һуң тамағы туя. Тамам туйып, хыялға сума ул:

— Йә инде, ошо ағастың тамыры янында ғына шишмә аҡһа, ҡалай шәп булыр ине! Мөғжизә! Ағас тамырын тишеп шишмә атылып сыға. Юлаусы рәхәтләнеп һыуһыны ҡанғансы һыу эсеп ала. Тамағын туйҙырған, һыуһынын ҡандырған юлаусы йәнә уйға сума:

— Юҡ, барыһы ла ошолай яҡшы булырға тейеш түгел. Бәлки был шайтандың эшелер?

Шуны ғына көткәндәй, шайтандар туйы башланып китте...

Эльмира Кейекҡужина тәржемәһе.

Автор:
Читайте нас