Шоңҡар
+21 °С
Облачно
Новости
8 Февраля 2022, 06:43

Ипотека буйынса ставка 10% сикте үтте

 Фатирҙарға хаҡтар төшөрмө икән?

Ипотека буйынса ставка 10% сикте үттеИпотека буйынса ставка 10% сикте үтте
Ипотека буйынса ставка 10% сикте үтте

Башҡортостандың Төҙөлөш һәм архитектура министрлығы 2022 йылдың беренсе кварталына торлаҡтың бер квадрат метрының уртаса баҙар хаҡын раҫланы — 72 565 һум. Министрлыҡтың тейешле бойороғо республиканың рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында баҫылған.

Торлаҡтың бер «квадраты»ның уртаса баҙар хаҡы республикала даими йәшәгән һәм торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаж граждандарға бүленгән субсидияларҙы иҫәпләү өсөн кәрәк. Был субсидиялар уларға торлаҡ һалыуҙа (һатып алыуҙа) ҡатнашыу өсөн федераль һәм республика бюджеттары аҡсаһы иҫәбенә бүленә.

«Башинформ» хәбәр иткәнсә, республика 2021 йылды торлаҡ төҙөү буйынса рекордлы күрһәткес менән тамамланы — 2,9 миллион квадрат метр. Был иһә республика тарихында иң юғары күрһәткес.

114 меңдән ашыу ғаилә торлаҡ шарттарын яҡшыртҡан. Айырым категориялағы 11 мең гражданға торлаҡ шарттарын яҡшыртыу өсөн дәүләттән яҡынса 2,4 миллиард һумлыҡ ярҙам күрһәтелгән.

"Башинформ"

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас