

Тәтешле район хакимиәте башлығы етәкселегендә уҙғарылған аҙналыҡ йыйылыштарҙа башҡорт телендә сығыштар дауам итә.
Мәҫәлән, 7 февраль көнө йыйылышта хаҡимиәт башлығының социаль һорауҙар һәм кадрҙар политикаһы буйынса урынбаҫары, Тәтешле районы буйынса бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Шайнурова Әлфиә Урал ҡыҙы башҡорт телендә сығыш яһаны. Ул бөтәһен дә “Айыҡ ауыл” конкурсының район этабы һөҙөмтәләре менән таныштырҙы.
Башҡорт телен республикабыҙҙың дәүләт теле булараҡ пропагандалау маҡсатында ултырыштарҙа ошондай тәжрибә үткәрелеүен барыһы ла хуплай.
- Ҙур кәңәшмәләрҙә ошолай башҡортса сығыш яһау - телде үҫтереүҙең һөҙөмтәле юлдарының береһе. Мин, Тәтешле районы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе булараҡ, шуны ла билдәләп үтәм: беҙҙең районда төньяҡ-көнбайыш диалектын һаҡлауға ла ҙур өлөш индерелә, - тине Әлфиә Урал ҡыҙы.