Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Новости
8 Февраль 2022, 06:21

Мөхәббәт боҙҙо иретә!

"Динамо" стадионында  Ғашиҡтар көнөнә арналған ҙур байрам уҙасаҡ.

Мөхәббәт боҙҙо иретә!Мөхәббәт боҙҙо иретә!
Мөхәббәт боҙҙо иретә!

14 февралдә, Ғашиҡтар көнө уңайынан, баш ҡаланың «Динамо» стадионында Өфө халҡы һәм ҡала ҡунаҡтары өсөн ҙур байрам үтәсәк.

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының йәштәр бүлеге менән берлектә «Юлдаш» радиоһы «Мөхәббәт боҙҙо иретә» исемле сара ойоштора.

Һеҙҙе яратҡан йыр-моңдар, уйындар, шәп бүләктәр һәм боҙҙо иретерлек дискотека көтә!

Төп бүләк — мөхәббәт утында янған ғашиҡ парҙарға ресторанға ике кешелек сертификат оттороласаҡ.

«Үәт шәп кис» егеттәре Венер Фәйзуллин һәм Айбулат Сәсәнбаев һеҙҙе уйнатасаҡ, көлдөрәсәк һәм фәҡәт яҡшы кәйеф бүләк итәсәк!

Барығыҙҙы ла 17:00 сәғәттән киске 20:00 сәғәткә тиклем «Динамо» стадионында көтәбеҙ!

Дуҫтар, саф һауала күңелле итеп, бергәләп ял итәйек! Санитар-эпидемиологик ҡағиҙәләрҙе үтәү мотлаҡ.

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас