

Ҡөрьән Кәрим эстәлеге башҡорт телендә сығарыласаҡ: Башҡортостан Республикаһы мосолмандары Диниә назараты мөфтөйө Айнур хәҙрәт Бирғәлин яңы проект тураһында белдерҙе.
«Ҡөрьән Кәрим — төпһөҙ рухи хазина, тәрән аҡыл сығанағы. Шуға ла, уны аңлау өсөн һәм көндәлек йәшәйештә ҡулланыу өсөн һәр бер телдә уның тәфсирен һәм мәғәнәүи тәржемәһен быуат һайын яңыртып торалар.
Изге Китап сәхифәләрендәге хазина замана теле менән, аңлайышлы рәүештә асыҡланырға тейеш.
Бығаса нәшер ителгән Ҡөрьән тәржемәһе — башҡорт теленең гәүһәрҙәре араһында, әлбиттә. Дини йәһәттән бөтә талаптары үтәлеп башҡарылған. Шуға ла ул үҙ вазифаһын тулыһынса үтәгән.
Беҙҙең фекеребеҙсә, хәҙерге замандашыбыҙға иһә ул телде аңлауы ауырыраҡ — боронғо һүҙҙәр, телмәр үҙенсәлектәре күп ҡулланылған.
«Беҙ Ҡөрьәнде асыҡ, аңлайышлы ғәрәп телендә төшөрҙөк», тигән Аллаһ Тәғәлә. Шуға беҙ ҙә яңынан нәшер ителәсәк Ҡөрьән асылы тәржемәләрен асыҡ, аңлайышлы башҡорт теледә эшләргә ниәтләйбеҙ. Был проектты эшләгәндә Татарстан ғалимдары ла тәжрибә менән уртаҡлашты. Тик татар теленең айырмаһы ҙур, шуға ла беҙ Изге Китап асылын башҡортса баҫтырырға булдыҡ.Әле асыл тәржемәһен Айҙар Ҡыйғылы етәкселегендәге филологтар командаһы алып бара. Әлбиттә, улар һәр бер тәржемәне ғалимдарыбыҙ менән кәңәшләшеп эшләй. Был проект — Башҡортостан Диниә назараты алған йүнәлештең дауамы. Әле беҙ интернетта 100 сәғәтлек башҡорт һәм рус телендә дин дәрестәре программаһын әҙерләнек һәм уны ла халыҡҡа тәҡдим итәсәкбеҙ. Динебеҙҙе, әлбиттә, туған телдә өйрәнеү хәйерле. Әсә телмәрендә ғилем алған күңелдәр миһырбанлы булыр һәм динебеҙҙең иң күркәм гәүһәрҙәренә өлгәшә алыр, тигән фекерҙәрҙәбеҙ», — тип белдерҙе Айнур Бирғәлин.
"Ҡоролтай"