Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Новости
8 Февраль 2022, 06:15

Цифралы лабораториялар өсөн 273 миллион һум бүленде

Башҡортостандың Мәғариф һәм фән министрлығы республика мәктәптәренә робототехника һәм программалауҙы өйрәнеү өсөн цифралы лаборатория һәм конструкторҙар һатып аласаҡ. Ҡорамалдар ауылдарҙа һәм бәләкәй ҡалаларҙа барлыҡҡа киләсәк "Үҫеш нөктәһе" мәғариф үҙәктәре өсөн тәғәйенләнә.

Цифралы лабораториялар өсөн 273 миллион һум бүлендеЦифралы лабораториялар өсөн 273 миллион һум бүленде
Цифралы лабораториялар өсөн 273 миллион һум бүленде

Башҡортостандың Мәғариф һәм фән министрлығы республика мәктәптәренә робототехника һәм программалауҙы өйрәнеү өсөн цифралы лаборатория һәм конструкторҙар һатып аласаҡ. Ҡорамалдар ауылдарҙа һәм бәләкәй ҡалаларҙа барлыҡҡа киләсәк "Үҫеш нөктәһе" мәғариф үҙәктәре өсөн тәғәйенләнә.

Был маҡсат өсөн республика бюджетынан 279 миллион һум аҡса бүленгән. Башҡортостан Мәғариф һәм фән министрлығы билдәләүенсә был аҡсаға 430 уҡыу учреждениеһы тулыландырыласаҡ. Биология, физика һәм химия фәндәренең һәр береһе буйынса алты йөҙҙән ашыу ҡорамал да алынасаҡ. Унан тыш 216 комплект биосигнал һәм нейротехнология, блок программалау конструкторҙары, механика һәм мехатроника, манипуляция робототехникаһы конструкторҙары алынасаҡ. 

Бер цифра лабораторияһының хаҡын 85,9 мең һум тип билдәләнеләр, биосигнал һәм нейротехнология уҡыу-эҙләнеү лабораторияның хаҡы 186,6 мең һум. Блок программалау конструкторы хаҡы 38 мең һум, механика, мехатроника һәм робототехника йыйылмалары хаҡы уртаса 125,4 мең һум. Робототехника системалары һәм манипуляция роботтарын өйрәнеү комплекты 187,5 мең һум.

 
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан
Автор:Гульсина  Юсупова
Читайте нас