Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Новости
10 Февраль 2022, 04:05

Ишморат Илбәков тыуған көнөн билдәләй

Ишморат Ҡәйүм улын тыуған көнө менән ҡотлап, таҙалыҡ, ғаилә именлеге, уңыштар теләйбеҙ. "Шоңҡар"ҙар. 

Ишморат Илбәков тыуған көнөн билдәләйИшморат Илбәков тыуған көнөн билдәләй
Ишморат Илбәков тыуған көнөн билдәләй


Башҡортостандың халыҡ артисы, Бөтә Рәсәй конкурстары лауреаты, ҡурайсы Ишморат Илбәковты белмәгән кеше юҡтыр. 

Ишморат Ҡәйүм улы халыҡ араһында маһир, дәртле ҡурайсы, ишҡурайҙы беренсе тапҡыр башҡорт музыка сәнғәтенә тәҡдим итеүсе булараҡ билдәле. Ул Хәйбулла районының Ғәлиәхмәт ауылында күп балалы, йыр-моңға ғашиҡ ғаиләлә донъяға килә. Башҡорт халыҡ йырҙарын бала саҡтан тыңлап үҫкән егет, кескәй сағынан уҡ артист булырға хыяллана. Мәктәп, ауыл клубы сәхнәләренән төшмәй ул. Һигеҙенсе класты бөтөп, алдан ниәтләгәнсә, сәнғәт училищеһына уҡырға килә.
— Тауышың матур, әммә үҫмер саҡта була торған физиологик сәбәптәр арҡаһында ул үҙгәреш кисерәсәк, шуға йырсылар бүлегенә ала алмайбыҙ. Ана, ҡурайсылар бүлегендә студенттар етешмәй, әлегә шунда уҡып тор, өсөнсө курста күсерербеҙ, — тип яуап бирәләр ҡабул итеү комиссияһында. Йәш егет аптырап тормай, шулай эшләй ҙә. Ҡурай уның өсөн яңылыҡ булмай, сөнки Ишморат атаһы менән ағаларының ҡурайҙа уйнағанын ишетеп үҫә, әммә үҙенең ҡурайсы булып китерен күҙ алдына ла килтермәй әле.

Ҡыҫҡа ваҡыт эсендә ул үҙен һәләтле ҡурай оҫтаһы итеп күрһәтә һәм, Рәсәй кимәлендәге конкурстарҙа ҡатнашып, һәр саҡ еңеү менән ҡайта. Мәҫәлән, Ҡыҙыл ҡалаһында “Ҡоолай” фестивалендә — лауреат, Ленинградтағы конкурста дипломант була, “Олимпиада-80” мәҙәни программаһында һәм ХII халыҡ-ара студенттар һәм йәштәр фестивалендә ҡатнаша.
Училищены бөтөп, әрме хеҙмәтенә алынғансы ике ай филармонияла эшләп алырға өлгөрә Ишморат Илбәков. Тыуған ил алдындағы бурысын үтәп ҡайтҡас, егетте филармонияға яңынан саҡыралар.
Тынғыһыҙ, эҙләнеүсән артист ҡурайҙың мөмкинлектәрен киңәйтеү, уға яңы һулыш өрөү тураһында күптән уйланып йөрөй.  Ишморат Илбәковтың репертуарында башҡорт халыҡ көйҙәре бихисап. “Ғилмияза”, ”Ҡарабай”, “Гөлнәзирә”, “Яу түбә”, “Буранбай”, “Зөлхизә” йырҙары тамашасыларҙы халҡыбыҙҙың шанлы тарихы, гүзәл булмышы менән таныштыра. Танылған ҡурайсы башҡарыуындағы башҡорт, татар, урыҫ, йәһүд халыҡтары көйҙәренә эшләнгән попурри тамашасы тарафынан дәррәү ҡабул ителә

Автор: Наҙлыгөл АҘНАБАЕВА.

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас