Шоңҡар
+22 °С
Ямғыр
Новости
10 Февраль 2022, 10:06

Самауырҙар йырлап торһон

Самауырҙар йырлап торһонСамауырҙар йырлап торһон
Самауырҙар йырлап торһон

Бөрйән районы Яңы Усман ауылында Самауыр байрамы үткән. Байрамда бер нисә команда үҙ-ара көс һынашҡан.

"Кемдең самауыры беренсе ҡайнап сығыр" тигән ярыш айырыуса сәмле үткән. Һәр команда үҙенең самауырын тиҙерәк ҡайнатыу өсөн мәж килгән.

Самауырҙар ҡайнағансы, командалар үҙҙәре менән таныштырып, таҡмаҡтар әйтеп тә мәрәй йыйған. Беренсе булып Хәмдиә Мәзитованың самауыры ҡышҡы кискә быу бөркөп йырлап ебәргән.

Ҡатнашыусылар төрлө ҡыҙыҡлы ярыштарҙы сәмләнеп уйнаған, йырлап-бейеп тә алған. Байрам самауыр сәйе менән мул табын артында тамамланған.

Автор:Загида Мусина
Читайте нас