Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Новости
11 Февраль 2022, 17:20

«Ашҡаҙар» радиоһы «Ашҡаҙар моңдары» I республика конкурсын үткәреү тураһында иғлан итә

Сараның төп маҡсаты – башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарыусы яңы талантлы йырсыларҙы табыу һәм асыу, билдәле һәм һирәк башҡарылған халыҡ йырҙарын һаҡлап алып ҡалыу.

«Ашҡаҙар» радиоһы «Ашҡаҙар моңдары» I республика конкурсын үткәреү тураһында иғлан итә«Ашҡаҙар» радиоһы «Ашҡаҙар моңдары» I республика конкурсын үткәреү тураһында иғлан итә
«Ашҡаҙар» радиоһы «Ашҡаҙар моңдары» I республика конкурсын үткәреү тураһында иғлан итә

Республиканың «Ашҡаҙар» радиоһы «Ашҡаҙар моңдары» башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарыусы үҙешмәкәр йырсыларҙың I Республика конкурсын үткәреү тураһында иғлан итә.

Сараның төп маҡсаты – башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарыусы яңы талантлы йырсыларҙы табыу һәм асыу, билдәле һәм һирәк башҡарылған халыҡ йырҙарын һаҡлап алып ҡалыу.

«Конкурс 14 февралдә башлана һәм 4 этапта үтә. Ҡатнашыусылар ике төркөмгә бүленә - 3 йәштән 30 йәшкә тиклем һәм 30 йәштән өлкәндәр. Бәйгелә ҡатнашыусыларҙың донъяның ҡайһы ҡитғаһында йәшәүе, нисә йәштә булыуы мөһим түгел. Төп шарт, улар махсус вокал белеме булмаған халыҡтан сыҡҡан йырсылар булырға тейеш» - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды «Ашҡаҙар» радиоһының баш мөхәррире Гәүһәр Батталова.

Абруйлы баһалама ағзалары бәйгеселәр араһынан 20 финалисты һайлап ала. 6 еңеүсе аҡсалата приз менән бүләкләнә. Шулай уҡ «Тыңлаусылар һөйөүен яулаған йырсы» ла билдәләнәсәк.

Күләмле сараны ойоштороусылар еңеүселәрҙең исемдәре «Ашҡаҙар моңдары» I башҡорт халыҡ йыры фестивалендә билдәле буласаҡ тип белдерә. Тамаша 29 октябрҙә Х.Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында үтәсәк. Финалға үтеүселәр «тере тауыш» менән сығыш яһарға тейеш.

«Ашҡаҙар моңдары» конкурсы тураһында тулыраҡ мәғлүмәтте түбәндәге телефон аша алырға мөмкин: 8 (347) 246-14-82. Шулай уҡ bash.news сайтында һәм «Ашҡаҙар» радиоһының социаль селтәрҙәрендә танышырға була.https://instagram.com/ashkadarfm, https://vk.com/radioashkadar.

Справка. «Ашҡаҙар» радиоһы республикала 2010 йылдан алып эшләй. Ул тыңлаусылар һөйөүен сифатлы көй-моңдар, тәрән фекерле тапшырыуҙар, «Башҡортостан радиоһының алтын фондында» һаҡланған программалары менән яулай. «Ашҡаҙар»ҙы төбәктең милли йолаларын ҡәҙерләп һаҡлаусы зауыҡлы тыңлаусылар үҙ итә. Радионың төп йүнәлеше реклама, бер көнлөк йыр-моңдарҙан ялҡҡан тыңлаусыларҙың күңеленә хуш килә. Бөгөн «Ашҡаҙар» радиоһы Башҡортостанда 7 йышлыҡта эшләй. Алты төбәктә радио ФМ - йышлығында эфирға сыға: Белоретта (103,3), Бөрөлә (88,5), Бәләбәйҙә (104,2),  Күмертауҙа (104,1), Сибайҙа (103,8), Туймазыла (100,8),  Ҡырғыҙ-Миәкәлә (105,6). Башҡалала радио ҡыҫҡа тулҡындарҙа (66,68) эшләй. Өфөлә радионы УКВ –йышлығында тыңларға мөмкин (66.68).

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас