Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Новости
11 Февраль 2022, 14:36

Башҡортостанда Туған тел көнөнә ҡарата ике флешмоб иғлан ителде

Яҙманы «Бәйләнештә» йә Instagram социаль селтәрендәге сәхифәләренә һала һәм рәсми хештегтар менән билдәләй: #ФлешмобСемейногоТворчества #РЦНТРБУфа #МКРБ #РЦН.

Башҡортостанда Туған тел көнөнә ҡарата ике флешмоб иғлан ителдеБашҡортостанда Туған тел көнөнә ҡарата ике флешмоб иғлан ителде
Башҡортостанда Туған тел көнөнә ҡарата ике флешмоб иғлан ителде

14 февралдән 21-нә тиклем Республика халыҡ ижады үҙәге Башҡорт теле көнөнә арналған ике мауыҡтырғыс флешмоб уҙғара.

«Моңло ла ул, бай ҙа...» ғаилә ижады флешмобы йыр-моңға маһир ғаиләләрҙе саҡыра. Ҡатнашыу шарттары ябай:

- ата-әсә һәм балалар бергәләп музыкаль сығыш яһап,  видеоға яҙҙыра,

- яҙманы «Бәйләнештә» йә Instagram социаль селтәрендәге сәхифәләренә һала һәм рәсми хештегтар менән билдәләй: #ФлешмобСемейногоТворчества #РЦНТРБУфа #МКРБ #РЦН.

«Тылсымлы һүҙ» онлайн-уйында теләгән һәр кем ҡатнаша ала.

Аҙна дауамында һәр көн ҡатнашыусыларға йомаҡтар тәҡдим ителәсәк. Яуапты табып, һүрәт төшөрөргә һәм, #ВолшебноеСлово #ТылсылмлыҺүҙ #РЦНТРБУфа #МКРБ #РЦНТ хештегын күрһәтеп, социаль селтәргә һалырға кәрәк буласаҡ.

Һөҙөмтәлә барлыҡ уйынсыларҙың һүрәте бер видеоға тупланасаҡ һәм 21 февралдә Республика халыҡ ижады үҙәгенең социаль селтәренә ҡуйыласаҡ.

Тәүге йомаҡты 14 февралдә әйтәсәктәр.

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас