Пекинда Олимпия уйындарының саңғы ярышы буйынса эстфетала Рәсәй ҡатын-ҡыҙҙар йыйылма командаһы алтын миҙал яуланы. Икенсе урында - Германия йыйылма командаһы булһа, өсөнсө — Швеция. Эстафетала Юлия Ступак, Наталья Непряева, Татьяна Сорина, Вероника Степанова сығыш яһаны.