Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Новости
14 Февраль 2022, 16:01

Башҡортостан телевидениеһы режиссеры Францияла вафат булған

Айгөл Валитова — билдәле  башҡорт актеры Заһир Вәлитовтың ҡыҙы.Туғандарының, яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ."Шоңҡар"ҙар.

Башҡортостан телевидениеһы режиссеры Францияла вафат булғанБашҡортостан телевидениеһы режиссеры Францияла вафат булған
Башҡортостан телевидениеһы режиссеры Францияла вафат булған

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы хәбәр итеүенсә,  Францияла Башҡортостан телевидениеһының музыкаль программаһы режиссеры Айгөл Валитова вафат булған. Коронавирус ҡатмарлашыуы сәбәпле һауығып сыға алманы, тип хәбәр итә коллегалары. Айгөлгә быйыл  сентябрҙә 55 йыл тулыр ине.

Айгөл Валитова — билдәле  башҡорт актеры Заһир Вәлитовтың ҡыҙы. Телевидениела күп программалар һәм клиптар төшөргән. 2002 йылда эмиграциянан һуң, Францияла йәшәгән.

«Айгөл Францияла режиссура менән шөғөлләнә, туйҙарҙы төшөрөп, видеотаҫмалар эшләй, һәм үҙенең һөнәре буйынса бик кәрәкле кеше була. Ул бик талантлы, изге күңелле, яҡты кеше булды. Беҙ бөтәбеҙ ҙә  Францияла унда  ҡунаҡта булдыҡ. Ире менән 18 йәшлек Юлиә  исемле ҡыҙ үҫтергәндәр, быйыл мәктәпте тамамлай. Хәҙер беҙ бөтәбеҙ ҙә шок хәлендәбеҙ, ышаныу мөмкин түгел», — тип һөйләне уның әхирәте, Башҡортостан телевидениеһы дикторы Флүрә Мурзина.

Айгөл Вәлитованы Францияла ерләйҙәр. Туғандарының, яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас