Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Новости
14 Февраль 2022, 10:08

Белорет районында ер тетрәгән?

Белорет районында ер тетрәгән?Белорет районында ер тетрәгән?
Белорет районында ер тетрәгән?

9 февралдә иртән Белорет районы Егәҙе ауылы янындағы ер тетрәгән, сейсмологтар тупраҡтың 2,5 балл тирбәлеү көсөн теркәгән тигән хәбәр баҫылып сыҡты.

«Башинформ» агентлығы хәбәр итеүенсә, Белорет районының Берҙәм дежур-диспетчер хеҙмәтендә урындағы халыҡтан бер ниндәй ҙә ялыу, ер тетрәү тураһында мәғлүмәт юҡ. 

Дөйөм билдәләр буйынса ер тетрәүҙе балдар менән баһалауға ярашлы, 2 балл — ер тетрәүҙе тулы тынлыҡта бик һиҙгер кешеләр генә тоя; 3 балл — аҫылмалы шәмдәр, бүлмә гөлдәре, шаршауҙар, асыҡ ишектәр, урында торған автомашиналар еңелсә һелкенә.

Автор:Загида Мусина
Читайте нас