+22 °С
Ямғыр


Өфө хакимиәте башлығы Сергей Греков вазифаһын ҡалдырҙы. Сергей Греков 2020 йылдың 16 декабренән Өфө хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарҙы. Былтыр 15 ғинуарҙа Өфө хакимиәте башлығы итеп һайланғайны.
Ратмир Мәүлиев Өфө хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы итеп тәғәйенләнде. Әлегә тиклем ул Нефтекама мэры вазифаһын биләне.
Республика Хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә Радий Хәбиров Ратмир Мәүлиевҡа башҡарған эше, Нефтекаманың башҡа муниципалитеттар араһында лидерлыҡ позицияһы өсөн рәхмәт әйтте.