Шоңҡар
+22 °С
Ямғыр
Новости
14 Февраль 2022, 03:50

Әйҙәгеҙ, Башҡортостанға ял итергә!

 Әле төбәктең эшҡыуарлыҡ йәмәғәтселеге яңы туристик пакеттар эшләй, маршруттар булдыра, сувенирҙар әҙерләй.

Әйҙәгеҙ, Башҡортостанға ял итергә!Әйҙәгеҙ, Башҡортостанға ял итергә!
Әйҙәгеҙ, Башҡортостанға ял итергә!

2021 йылда Башҡортостанда 3,48 миллион ҡунаҡ булған, был үткән йылдағынан 17 процентка күберәк. Был хаҡта Башҡортостандың  Туризм буйынса дәүләт комитеты рәйесе вазифаһын башҡарыусы  Ринат Фәтҡуллин хәбәр итте.

— Башҡортостан Ырымбур,  Силәбе, өлкәләре, Татарстан, Удмурт республикалары, Мәскәү һәм Ханты-Манси автономиялы өлкәһе халҡы араһында айырыуса популяр, - тип билдәләп үтте ведомство рәйесе.

 Әле төбәктең эшҡыуарлыҡ йәмәғәтселеге яңы туристик пакеттар эшләй, маршруттар булдыра, сувенирҙар әҙерләй.

«СберАналитик» сервисы мәғлүмәттәре буйынса, Башҡортостанға килгән сәйәхәтселәргә уртаса 39 йәш тирәһе. Хәҙерге ваҡытта Башҡортостан Рәсәй Президенты Владимир Путин башланғысы менән ғәмәлгә ашырылған «Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ индустрияһы» дөйөм дәүләт проектына инергә әҙерләнә. Унда ҡатнашыу республиканың туристик индустрияһын тағы ла үҫтерәсәк.

ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

                                                                         

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас