Шоңҡар
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
15 Февраль 2022, 09:30

Айыҡ тормош — һаулыҡлы тормош!

Архангел районының Абҙан ауылы мәҙәниәт йорто төркөмөндә яҙыуҙарынса, уларҙа спорт байрамы - ҡышҡы уйындар ойошторолған. #ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостана

Айыҡ тормош — һаулыҡлы тормош!
Айыҡ тормош — һаулыҡлы тормош!

Архангел районының Абҙан ауылы мәҙәниәт йорто төркөмөндә яҙыуҙарынса, уларҙа спорт байрамы - ҡышҡы уйындар ойошторолған.

«Уйын-көлкө менән, яҡшы кәйефтә үткән сарала милли һыйҙар әҙерләнгән өҫтәлдә самауырҙар ҡайнап торҙо, күңелле йырҙар, көйҙәр яңғыраны, - тиелә яҙмала. - Ярышта ҡатнашҡан ике командаға ла күп һынауҙар аша үтергә кәрәк ине. Тоҡ менән һикереү, сәкән һуғыу, санала, саңғыла уҙышыу буйынса көс һынаштылар. Эстафеталарҙа берҙәмлектә – көс икәнлеген күрһәтергә кәрәк ине. Ярыштар уйын-көлкө, шаян һүҙ менән бик күңелле барҙы. Ике команда ла берҙәм һәм ҡыйыу икәнлеген күрһәтте, һәр береһе еңеүгә ынтылды. Ә көйәрмәндәр ярышта ҡатнашыусыларҙы хуплап, дәртләндереп торҙо».

Ошондай татыу, берҙәм халҡы менән дан тотҡан Абҙан ауылы, «Айыҡ ауыл-2021» республика конкурсының муниципаль этабында еңеп сығып, хәҙер Архангел данын республика кимәлендә яҡларға әҙерләнә. Уңыштар теләйбеҙ!



"Ҡоролтай"

#ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостана

Айыҡ тормош — һаулыҡлы тормош!
Айыҡ тормош — һаулыҡлы тормош!
Айыҡ тормош — һаулыҡлы тормош!
Айыҡ тормош — һаулыҡлы тормош!
Айыҡ тормош — һаулыҡлы тормош!
Айыҡ тормош — һаулыҡлы тормош!
Айыҡ тормош — һаулыҡлы тормош!
Автор:Гульсина  Юсупова
Читайте нас: