Күптән түгел әсәләренең туҡтауһыҙ эсеүе сәбәпле өйҙә ҡарауһыҙ ҡалған өс баланың уттан һәләк булғаны хаҡында мәғлүмәт уҡығас, ҡапыл мәрхүмә өләсәйемдең зар тулы ҡарашы күңелде өтөп үткәндәй тойолдо... Эйе, ғүмер буйы эстән өҙгөләнеп, үҙ-үҙен ғәйепләп йәшәне ул. Һуғыш йылдарында юғалтҡан ике сабыйы өсөн... Яу башланғанда, егерме йәшлек сағында, ике бәләкәй бала менән яңғыҙ ҡала өләсәйем. Ауылда төп эшсе көсө булараҡ, көнө-төнө колхоз хеҙмәтендә, сабыйҙары иһә – өлкән йәштәге әсәһе тәрбиәһендә. Үҙәктәрҙе өткән аслыҡ, мохтажлыҡ, һынау артынан һынау... Бер мәл ауылда тиф ауырыуы тарала. Йәш әсәнең ҡыҙын тартып ала ул, аяуһыҙ сиргә ҡаршы көрәшер көс булмай. Икенсе сабый иһә имеп ятҡанында түш менән баҫылып йән бирә. Эштән төнөн арманһыҙ булып арып ҡайтҡан әсә ҡапыл йоҡлап китә лә... Шул ике сабыйын һаҡлап алып ҡала алмағанына ғүмер буйы үҙен ғәйепләп ыҙа сикте өләсәйем. Бәләкәстәре иҫенә төшкән һайын күҙҙәренән йәш атылып сығыр ҙа, тиҙ генә ситкә китеп, беҙгә күрһәтмәҫкә тырышып, илап алыр ине. Һуғыштан һуң тағы ике балаһы тыуып, хәҙер ейән-ейәнсәрҙәре тулып йөрөһә лә, яу йылдарында йән биргән бәләкәстәрен бер ҡасан да онотманы, йөрәк түрендә һаҡланы. Ошо яҙмыш менән әлеге эскесе әсәләрҙекен сағыштырып буламы? Бөгөнгө тыныс, туҡ тормошта баланы үлемгә дусар итеүгә алып барып еткерә "йәшел йылан" дуҫтары... Ошондай заман афәтенән ҡотҡарыр, уйландырыр сараларҙың береһе ул «Айыҡ ауыл» конкурсы. Һәр ата-әсә үҙенең төп бурыстары хаҡында уйланһын, асылын һаҡлаһын, балаларыбыҙ бәхетле, яҡты уй-маҡсатлы булып үҫһен ине. (Д. Ишморатова).