Шоңҡар
+22 °С
Ямғыр
Новости
15 Февраль 2022, 06:32

Бауырҙан торт

Бауырҙан тортБауырҙан торт
Бауырҙан торт

 500 г бауыр

2 баш һуған

1 стакан ҡайнаған һөт

3 йомортҡа

тоҙ, борос

4-5 ҡалаҡ көнбағыш майы

ярты стакан он

Бауыр менән һуғанды ит үткәргестән сығарабыҙ , һөттө ҡайнатып һыуытабыҙ ҙа ҡушабыҙ, йомортҡа, көнбағыш майы, тоҙ, борос, он һалып, барыһын бергә яҡшылап болғайбыҙ. Килеп сыҡҡан массаны ҡоймаҡ ҡойған кеүек йоҡа ғына итеп табала бешерәбеҙ (ҡапҡасын ябырға онотмағыҙ). 7-8 шт сыға (26 см диаметрында).

Эслек:

2 баш һуған 

2-4 кишер (эре булһа, 2-ү ҙә етә) 

ҡаймаҡ йә майонез - 200 г 

2 теш һарымһаҡ 

тоҙ, борос, базилик, петрушка кеүек тәмләткестәр

Һуған менән кишерҙе табала ҡыҙҙырабыҙ, ҡаймаҡ (майонез) һәм һарымһаҡ менән бергә ҡушып болғатабыҙ, торт йәймәләре араһына һылайбыҙ. Тортты эҫе килеш йыйғанда, эслеге һеңеп, тәмле һәм һутлы була. Өҫтөн йәшел үләндәр йә ҡырғыстан үткәрелгән сыр менән биҙәргә.

Аштарығыҙ тәмле булһын!

Зөбәржәт Утарбаева. 

Автор:Загида Мусина
Читайте нас