+21 °С
Болотло


Бөгөн Пекинда Норвегия йыйылма командаһы биатлон буйынса ирҙәр эстафетаһында алтын яулаһа, Франция командаһына көмөш эләкте, Рәсәйҙәргә бронза менән хушһынырға тура килде.
Рәсәй йыйылма командаһы составында Карим Халили, Александр Логинов, Максим Цветков, Эдуард Латипов йүгерҙе. Ярыш барышында алтын ышаныслы рәүештә беҙҙеке булыуына өмөтләнһәк, хәл иткес секундатрҙа бөтә өмөттәр селпәрәмә килде.
Һуңғы атыуҙа Эдуард Латипов һынаттты һәм алтын тәтемәне... Үтә ҡыҙғаныс...