

Эсхинантус гөлөн үҫтерергә теләһәгеҙ , дөрөҫ итеп тәрбиәләү серҙәрен өйрәнеү мөһим . Минең өсөн ул гөл насарыраҡ холҡло ғына. Бик яй үҫә. Ҡуйы, матур ҡыуаҡ үҫһен өсөн , бер һауытҡа бер нисә үҫенте ултыртырға кәрәк.
Бәләкәй , тар һауытта шәп үҫә һәм сәскәләре лә күп була . Шуға күрә ҙур һауыт һайларға кәңәш итмәҫ инем . Элеп ҡуйылған кашпола матур күренә . Яҡтыны ярата , тик тура ҡояш нурҙарынан һаҡларға кәрәк . Ҡояш нурҙары япраҡтарын яндыра . Шулай уҡ , ҡояш төшмәгән ҡараңғы тәҙрә төбөнә ултыртыу ҙа ярамай , сәскә атмаясаҡ . Иң уңайы, сәскә өсөн махсу урын әҙерләп ултыртып тәҙрәгә яҡын ҡуйырға (фото минеке түгел).
Һыуҙы ла сама менән ҡоям . Ғәҙәттә , ҡар иретеп ҡоям , йәй ямғыр яуһа һыу йыйып ҡалырға тырышам гөлдәргә етерлек . Йәки , һыуға бер нисә тамсы лимон һуты ҡушам . Лимон һуты ҡаты һыуҙы йомшарта , шуны иҫләп ҡуйһағыҙ була . Йәй көндәре бөтә гөлдәрҙе лә душ ҡойондорам аҙнаһына бер тапҡыр , сәскәләренә тигеҙмәй генә . Ә эсхинантусты "әбизәтельне" йылы душ ҡойондороу кәрәк . Гөлдәр үҫтергәндә ашлыҡ менән артыҡ мауыҡмайым , был турала гел әйтәм . Шәкәр , йод ҡулланам һәр саҡ . Эсхинантусҡа башҡа гөл өсөн булған удобрение һалырға була . Сәскә магазиндарында улар тулып ята . Тупраҡ асфальт һымаҡ булырға тейеш түгел . Мин магазиндыҡына баҡсаныҡын ҡушам . Йылға ҡомо , янған тиреҫ һәм тупраҡ ҡушып үҙеңә эшләргә лә була . Ботаҡтан ҡырҡып тамыр йәйҙерәм . Һыуға ҡуям да парникка ултыртам . 15 - 20 көндә тамыр йәйергә тейеш . Ә миндә ул оҙаҡ йәйә , ай буйы ултыра . Ҡыҫҡаса ошолай инде .
Бик матур гөл . Иң ныҡ яратҡан гөлдәремдең списогында эсхинантус та . Доньяла ниндәй генә гөлдәр юҡ , үҙемә ныҡ оҡшағандарын ғына үҫтерәм . Һәр береһен йыймайым , сөнки уларға тәрбиә кәрәк , ваҡыт кәрәк , наҙ кәрәк , матур һауыттар кәрәк , тупраҡ һб һб .
Миңзифа Хамматова.
(Авторҙың орфографияһы һәм пунктуацияһы һаҡланды)