

Ошо көндәрҙә баш ҡалала Уфимское шоссе урамының авария хәлендә булған йорт хужаларына яңы фатирға асҡыстар тапшырылды.
Глумилино-7 һанлы микрорайонының туғыҙ ҡатлы йортона 180 тирәһе кешенең күсенеүе көтөлә. Комсомольская урамындағы йорттағы фатирҙар асҡыстары 72 ғаиләгә бирелде.
Был шатлыҡлы ваҡиға «Торлаҡ һәм ҡала мөхите» милли проектының «Йәшәү өсөн яраҡһыҙ торлаҡ фондын тотороҡло ҡыҫҡартыуҙы тәьмин итеү» һәм 2019-2023 йылдарға граждандарҙы авария хәлендәге торлаҡ фондынан күсереү буйынса адреслы программаны ғәмәлгә ашырыу һөҙөмтәһендә мөмкин булды тип хәбәр итә БР Төҙөлөш һәм архитектура министрлығы.
#ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостана