Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Новости
15 Февраль 2022, 16:30

Республика халҡын ҡыҫҡа эш көндәре һәм өҫтәмә ялдар көтә

Башҡортостандың Хеҙмәт министрлығы яҡынлашып килгән ял һәм байрам көндәре хаҡында иҫкә төшөрҙө.

Республика халҡын ҡыҫҡа эш көндәре һәм өҫтәмә ялдар көтәРеспублика халҡын ҡыҫҡа эш көндәре һәм өҫтәмә ялдар көтә
Республика халҡын ҡыҫҡа эш көндәре һәм өҫтәмә ялдар көтә

Башҡортостандың Хеҙмәт министрлығы яҡынлашып килгән ял һәм байрам көндәре хаҡында иҫкә төшөрҙө. 23 февраль һәм 8 март ял көндәре булып тора. Әммә быйыл улар эш көндәренә, шаршамбыға һәм шишәмбегә тура килә.

«Рәсәй Федерацияһы Хеҙмәт кодексының 112-се статьяһына ярашлы, биш көнлөк эш аҙнаһында 23 февраль һәм 6,7,8 март ял көндәре булып тора. 22 февралдә шул уҡ ваҡытта эш көнө бер сәғәткә ҡыҫҡартыла. Шәмбе, 5 март та, ҡыҫҡа эш көнө була», — тип белдерҙеләр министрлыҡта.

Был көндәрҙә түләүле отпускыла булғандар өсөн 23 февраль дә, 8 март та календарь көндәр иҫәбенә индерелмәй.

"Башинформ".

https://bash.bashinform.ru/news/social/2022-02-15/fevrald-m-martta-respublika-hal-yn-y-a-esh-k-nd-re-m-t-m-yaldar-k-t-2693468

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас