

Башҡортостанда Халыҡ-ара туған телдәр көнөнә ҡарата матур акция иғлан ителде. Ул «Дуҫыңа туған телдә китап бүләк ит» тип атала. 21 февралгә тиклем бара. Акцияның девизы — Рәми Ғариповтың «Китап бүләк итеү ҙә бит — бәхет, китап ҡәҙерен белгән кешегә», — тигән шиғыр юлдары. Акцияның маҡсаты — кешеләрҙе туған телдә китап уҡыуға йәлеп итеү, баҫылып сыҡҡан китаптарҙы популярлаштырыу, китапҡа яуаплы һәм хөрмәтле ҡараш тәрбиәләү. Унда ҡатнашыусылар бер-береһенә туған телдә нәшер ителгән китаптар бүләк итә, уларҙы уҡып сығырға дәртләндерә. Сара #подарикнигу народномязыке хештэгы менән социаль селтәрҙәрҙә бара. Ҡатнашыусылар ни өсөн уларҙы тап теге йә был китап ҡыҙыҡһындырғаны, уны ниңә уҡып сығырға кәрәк икәне тураһында бәйән итә. Акцияны Башҡортостан Фәндәр академияһы менән «Китап» нәшриәте хуплап ҡабул ҡылды, улар мәктәптәргә ҡиммәтле энциклопедик, академик йүнәлештәге баҫмаларҙы бүләк итте. Сараға шулай уҡ дәүләт хеҙмәткәрҙәре, етәкселәр, уҡытыусылар, белем биреү ойошмалары уҡыусылары ла ҡушылды. Күркәм акцияны ойоштороусы булып Башҡортостандың Мәғариф һәм фән министрлығы сығыш яһай. Ул бар теләүселәрҙе сараға ҡушылырға саҡыра.
"Ҡоролтай".