

«Балаларыбыҙға ярҙам итегеҙ»: Өфөлә студенттарҙың ата-әсәләре ятаҡтағы түҙеп булмаҫлыҡ шарттар хаҡында белдерҙе. Был хаҡта "Башҡортостаным/ яңылыҡтар хәбәр итә.
Өфө художество-сәнәғәт колледжы ятағында ҡандалалар һәм тараҡандар үрсегән. Студенттарҙың ата-әсәләре әйтеүенсә, был проблема тураһында сентябрь айынан билдәле.
«Ата-әсәләр директорға мөрәжәғәт итте, ләкин ятаҡта бер ҡасан да ремонт эшләнмәгән, моғайын. Балаларыбыҙға ярҙам итегеҙ», - тип үтенә улар.
Етәкселек «Горобзор» хәбәрсеһенә, ай һайын бөжәктәргә ҡаршы көрәш алып барыла, әммә бер ниндәй ҙә һөҙөмтә юҡ, тигән.
Түшәк яңыртылды, студенттар таҙа йәшәһә, ҡандаланан һәм таракандан беренсе эшкәртеүҙән үк ҡотолорға мөмкин, тиҙәр колледжда.
«Ләкин беҙҙә етемдәр, ауылдан килгән студенттар йәшәй, улар үҙҙәрен һәр ваҡыт тәртипле тотмай. Ғөмүмән, бөтә ятаҡтарҙа ла тараҡандар, ҡандалалар бар инде», - тип билдәләнеләр Өфө художество-сәнәғәт колледжында.
Фото:zdorovieinfo.ru