Шоңҡар
+22 °С
Ямғыр
Новости
17 Февраль 2022, 07:43

Роберт Юлдашевҡа - юғары награда

Күркәм сара йыр-моң, ҡурай һәм дәртле бейеүҙәр байрамына әүерелде.

Роберт Юлдашевҡа - юғары наградаРоберт Юлдашевҡа - юғары награда
Роберт Юлдашевҡа - юғары награда

Баш ҡалала Башҡортостандың халыҡ артисы, виртуоз ҡурайсы Роберт Юлдашевтың юбилей концерты үтте. Күркәм сара йыр-моң, ҡурай һәм дәртле бейеүҙәр байрамына әүерелде.

Роберт Юлдашевты юбилейы менән ҡотларға Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы вәкилдәре лә килде. Иҫтәлекле бүләкте һәм «Ал да нур сәс халҡыңа» миҙалын актёр, режиссёр һәм театр эшмәкәре, С. Юлаев исемендәге премия лауреаты, Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең халыҡ артисы, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы ағзаһы Хөрмәтулла Үтәшев тапшырҙы.

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының «Ал да нур сәс халҡыңа» миҙалы 2010 йылдан алып күренекле мәҙәниәт, әҙәбиәт эшмәкәрҙәренә, дин әһелдәренә башҡорт халҡын берләштереү, милли мәҙәниәтте, туған телде һәм рухи ҡиммәттәрҙе һаҡлау эшендәге ҡаҙаныштары өсөн тапшырыла.

"Ҡоролтай"

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас