Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Новости
17 Февраль 2022, 03:30

Учалыла яңы мәктәп төҙөлә

Объектты сентябргә өлгөртөргә ниәтләйҙәр.

Учалыла яңы мәктәп төҙөләУчалыла яңы мәктәп төҙөлә
Учалыла яңы мәктәп төҙөлә

Учалы ҡалаһында ҡыуаныслы ваҡиға көтөлә - яңы мәктәп төҙөлә. Ул Рәсәй Президенты Владимир Путин тарафынан булдырылған  «Мәғариф»  дөйөм дәүләт проектына ярашлы төҙөлә,  1225 урынға иҫәпләнгән. Был маҡсатҡа республика федераль бюджеттан 400 миллион һумдан артыҡ аҡса алған.

Бинаның дөйөм майҙаны - 18 мең квадрат метрҙан артыҡ. Проектта уҡыусыларҙың уҡыу-уҡытыу процессын һәм ялын ойоштороу өсөн  бөтә уңайлыҡтар  ҡаралган. Класс бүлмәләренән һәм кабинеттарынан тыш, мәктәптә ике ҙур спорт һәм тамаша залы, аҙыҡ-түлек блогы буласаҡ. Биләмәлә  спорт майҙансыҡтары ла ҡаралған. Объектты сентябргә өлгөртөргә ниәтләйҙәр.

ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

                                         

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас