

Башҡорт юморында иң яҡшы шаяртыусыларҙың береһе, квнсы, блогер, 23 йәшлек Ейәнсура егете Азамат Мөхәмәтйәнов менән әңгәмәне "Шоңҡар"ҙың февраль һанында (02/2022) уҡырға була.
— Бер нисә йыл элек, башҡорт КВН-ында чемпионлыҡ өсөн бүләккә кубок һәм торт алғайныҡ. Ике йыл рәттән “Кубоктар лигаһы” төп приз итеп 100 000 һум бирә. Тимәк, КВН уйнап, аҡса эшләргә була инде. Ә уйындарҙы ойоштороусыларҙың хәлдәре нисек икән был яҡтан?
— Башҡорттарҙа шундай сифат бар: талантлы кадрҙарҙы ваҡытында ҡәҙерләй, уларға ярҙам итә белмәйбеҙ. Хәҙер кемгә ҡарама, бөтәһе лә үҙен генә уйлай, үҙе өсөн аҡса эшләй. Замана шундай. Шуға күрә йылдар буйы бушлай эшләп йөрөгән, ваҡыттарын башҡорт йәштәренә бағышлаған Марсель Мөхәмәтйәнов, Фидан Ҡолмөхәмәтов, Айҙар Йәнбухтин, Азат Низаметдинов күптән инде аҡса яғынан тәьмин ителеп, төрлө дәүләт премияларын алырға тейеш тип уйлайым! Әлеге мәлдә ошо дүрт кеше – уйын ойоштороусыһы ла, продюссер ҙа, администратор ҙа, жюри ла, алып барыусы ла, хатта СММ-сы ла... Бындай кешеләр башҡа бер ҡайҙа ла эшләмәҫкә генә түгел, ошо проекттары өсөн генә матди яҡтан тәьмин ителергә тейеш тип иҫәпләйем. Уларҙың эше дәүләт яғынан юғары баһаланған булһа, уйындар киң мәғлүмәт сараларында күрһәтелһә, балалар телевизорҙан башҡорт КВН-сыһы булыуы шәп икәнен күрһә, үҫеш тә булыр ине...
— Ни өсөн, һинеңсә, башҡорт КВН-ы кеүек ҙур йүнәлеш кәрәкле кешеләрҙән, вазифаларҙан хуплау тапмай?
— Беренсенән, мәҙәниәт өлкәһенә йыл һайын Рәсәй Федерацияһы бюджетынан иң аҙ күләмдә аҡса бүленә. Ә бына, белеүегеҙсә, беҙҙең хәрби сығымдар йыл һайын үҫә. Икенсенән, был бит яуаплылыҡ. Берәй вазифалы кеше, мәҫәлән, чиновник проектты алып бара, финанслай икән, уға бының өсөн бер кем дә эш хаҡы өҫтәмәй. Шуға беҙҙең сәйәсмәндәргә инициатива күрһәтеүҙән ни файҙа? Етмәһә, шаяртыу берәй түрәгә оҡшамаһа?