+22 °С
Ямғыр


Нуриман район хакимиәтендә уҙғарылған йыйылыштарҙа башҡорт телендә сығыш яһайҙар.
Мәҫәлән, 17 февраль көнө үткән Нуриман районы Советының сираттағы ултырышында райондың мәғариф бүлеге начальнигы вазифаһын башҡарыусы Әҙилә Яҡупова һүҙҙе башҡортса тотто.
Ул "Башҡортостан Республикаһының Нуриман муниципаль районының дөйөм белем биреү учреждениеларында гражданлыҡ - патриотик тәрбиә эшен ойоштороу тураһында" доклад уҡыны.
Нуриман районы Советының рәйесе Илшат Әхмәтов был башланғысты хупланы:
— Хөрмәтле коллегалар, теләгән һәр кем дәүләт теленең береһе - башҡорт телендә сығыш яһай ала, — тине ул.