Шоңҡар
-4 °С
Облачно
Новости
18 Февраля 2022, 13:10

Камила Вәлиева дәүләт наградаһына лайыҡ

Спортсы өлкәндәр күтәрә алмаҫлыҡ хис-тойғолар, ауырлыҡ кисерҙе.

Добавить в предпочтительные источники Google
Камила Вәлиева  дәүләт наградаһына лайыҡКамила Вәлиева  дәүләт наградаһына лайыҡ
Камила Вәлиева дәүләт наградаһына лайыҡ

"РБ Спорт" хәбәр итеүенсә, Рәсәй фигуристкаһы Камила Вәлиева Пекиндағы Олимпия уйындары тамамланғандан һуң  дәүләт наградаһына тәҡдим ителәсәк. 

«Камила Вәлиева — фигуралы шыуыуҙа уникаль кеше. Өлкәндәр күтәрә алмаҫлыҡ хис-тойғолар, ауырлыҡ кисерҙе. Бөгөн беҙ спорт министры менән һөйләштек һәм Камила Вәлиева дәүләт наградаһына тәҡдим ителәсәк», — тип белдерҙе Дмитрий Свищев.

РФ Дәүләт думаһының физик культура һәм спорт буйынса комитеты рәйесе билдәләүенсә, Рәсәй хөкүмәте уның менән ғорурлана һәм ҡыҙға төрлө яҡтан ярҙам күрһәтәсәк.

 

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас