

#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан
"Башинформ" хәбәр итеүенсә, сираттағы «Һаулыҡ һаҡлау сәғәте»ндә Башҡортостан вице-премьеры — һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин республика ҡалаларында һәм райондарында медицина колледждарының яңы филиалдарын асыу пландары хаҡында һөйләне.
Әйтәйек, алдағы ике йылда Өфөлә, Бөрөлә, Стәрлетамаҡта, Туймазыла, Салауатта, Бәләбәйҙә, Белоретта һәм Сибайҙа эшләгән медицина колледждарына Нефтекамала, Октябрьскийҙа, Учалыла һәм Мәсәғүт ауылында яңы филиалдар өҫтәлә.
Һаулыҡ һаҡлау министры һүҙҙәренсә, республика 2 меңдән ашыу фельдшер-акушерлыҡ пунктын һаҡлап ҡалды, һуңғы йылдарҙа уларҙы этаплап алмаштырыу, ремонтлау һәм яңыларын төҙөү эштәре бара.
«2019 йылдан «Һаулыҡ һаҡлау» милли проекты сараларын бойомға ашырыу барышында 151 фельдшер-акушерлыҡ пункты файҙаланыуға тапшырылды. Яңы ФАП-тар өсөн белгестәр кәрәк, ә был тәү сиратта медицина колледждарын тамамлаған йәштәр», — тине Забелин.
Быға яуап итеп Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров быйыл уҡ ошо ҡалаларҙа һәм райондарҙа медицина колледждарын асыу бурысын ҡуйҙы.