Шоңҡар
+22 °С
Ямғыр
Новости
19 Февраль 2022, 04:36

Ура-а-а, сикләүҙәр бөттө!

Республикала коллектив иммунитет булдырылған!

Ура-а-а, сикләүҙәр бөттө!Ура-а-а, сикләүҙәр бөттө!
Ура-а-а, сикләүҙәр бөттө!

Башҡортостан халҡы өсөн сауҙа үҙәктәренә, баҙарға, музейға, театрға, кинотеатрға, ресторанға, фитнес-клубҡа, санаторийға, ҡунаҡханаға, матурлыҡ салонына барыр өсөн вакцинация тураһында сертификат талап ителмәйәсәк. 

Сикләүҙәр ябыҡ бина эсендә 500-ҙән ашыу кеше ҡатнашҡан саралар өсөн генә тороп ҡала - унда ҡатнашҡанда вакцинация тураһындағы сертификаттың булыуы мотлаҡ. Учреждениеларға ингәндә температураны үлсәү, битлек кейеү ҙә үҙ көсөндә ҡала.
Автор:Айнур Акилов
Читайте нас