Шоңҡар
+22 °С
Ямғыр
Новости
20 Февраль 2022, 06:46

Эх, бик яҡшы башланғайны шул...

Пекинда Олимпия уйындарының хоккей турниры финалы тамамланды.

Эх, бик яҡшы башланғайны шул...Эх, бик яҡшы башланғайны шул...
Эх, бик яҡшы башланғайны шул...

Пекинда Олимпия уйындарының хоккей турниры финалы тамамланды. Унда Рәсәй һәм Финляндия йыйылма командаһындалары  уйнаны. Финляндия командаһы 2:1 иҫәбе менән еңеү яулап, чемпион исеменә лайыҡ булды, ә беҙҙекеләргә көмөш менән хушһынырға тура килде. 2018  йылда Көньяҡ  Кореяла үткән Олимпиадала беҙҙекеләр чемпион булғайны, был юлы шул уңышты ҡабатлай алманылар. 

Хоккей буйынса Рәсәй йыйылма командаһы олимпиада финалы тарихында икенсе тапҡыр еңелде. 1998  йылда Японияла Олимпиадала  Рәсәй хоккейсылары  Чехия  командаһынан 0:1 иҫәбенә еңелгәйне.

 

 

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас