Шоңҡар
+21 °С
Облачно
Новости
21 Февраля 2022, 06:13

Мартта эшләй башлай

Сибайҙа инфекция госпитале 18 марттан пациенттарҙы ҡабул итә башлай. Был турала социаль селтәрҙә премьер-министр Андрей Назаров хәбәр итә.

“Төҙөүселәр эске һәм тышҡы селтәрҙәрҙе һуҙыуға тотондо. Зубов һәм Стәрлетамаҡтағы кеүек үк бында ла бөтә нәмәне параллель эшләйҙәр: төҙөлөш бара, ҡорамалдар ҙа алына, персонал уҡытыла, лицензия өсөн документтар әҙерләнә. Эҙмә-эҙлекле эшләһәк, быға минимум ярты йыл ваҡыт китер ине. Әле майҙансыҡта 400 кеше эшләй. Уларҙың һанын күбәйтергә ҡуштым. Резерв бар, ваҡыт әҙ ҡалды. Тәүге пациенттарҙы 18 марттан ҡабул итергә тейештәр”-, тип яҙа Андрей Назаров

Автор:Загида Мусина
Читайте нас