Башҡортостанда таможня эте 6 йыл буйына наркотиктар эҙләгәндән һуң «пенсия»ға сыға
Джек ҡушаматлы джек-рассел-терьер Башҡортостанға Белоруссиянан килгән. Ул 7 йәшендә хеҙмәткә алынған. Ләкин башта Джек бер нисә ай күнекмә үткән.
"Тәүҙә мин көсөктөң фотоһын күрҙем, ул бәләкәй генә ине. Һиҙемләүем көслө булғандыр, күрәһең, ул миңә оҡшаны. Хужаһы уны вокзалға алып килде, ул шунда уҡ үҙенең яҡшы яҡтарын: йорлоғон, шаянлығын күрһәтеп өлгөрҙө. Шулай танышып киттек», - ти баш дәүләт таможня инспекторы Анна Власова буласаҡ хеҙмәттәше менән тәүге осрашыуы тураһында.
Кинология эшмәкәрлегендә эттәрҙең хеҙмәт итеү ваҡыты күрһәтелгән норматив документтар бар. Эт артабан да эшләй һәм һөҙөмтә күрһәтә алһа, срокты оҙайтырға мөмкин.
«Джек киҫкен тауыштарға иғтибар итә башланы. Бынан тыш, эш күләме лә артты, рейстар ҙа күп. Шуға эт тиҙ арый», − тип билдәләне Анна Власова.
Анна Власова Джек менән пенсияға сығыу осорона әҙерләнә башлаған да инде.
«Мин Джекты алмаштырырға тейешле көсөк - Һамар питомнигынан килтерелгән немец овчаркаһы менән шөғөлләнәм. Уны әҙерләү өсөн бер йыл самаһы ваҡыт кәрәк. Ә Джек хаҡлы ялға сыға, сөнки ул ошо йылдар эсендә йылдарында һәйбәт эшләне», - тине кинолог.