

БЮТ каналы Мостай Кәримдең «Беҙҙең өйҙөң йәме» әҫәре буйынса төшөрөлгән «Һеңлекәш» фильмын күрһәтәсәк.
Эфир 22 февралдә сәғәт 19: 40 була. Ҡабатлау — йәкшәмбе көнө 12:30.
Фильмды күрһәтеүҙе Донецк һәм Луганск республикаларында барған хәлдәргә бағышлайҙар.
"Башҡортостан" телерадиокомпанияһы директоры Рөстәм Зарафутдинов һүҙҙәренсә, һуғыш арҡаһында тыуған ерҙәренән ҡасырға мәжбүр булған хәҙерге кешеләрҙең яҙмышы фильмдағы украин ҡыҙы Оксананыҡы менән оҡшаш. Ул да бит Бөйөк Ватан һуғышы заманында өйөнән алыҫ яҡтарға барып эләгергә мәжбүр була.
Шулай уҡ Рөстәм Зарафутдинов ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә фильмды эфирға сығарыуҙа ярҙам күрһәткән Әлфиә Мостаевнаға һәм Тимербулат Олеговичҡа рәхмәтен белдерә.