Шоңҡар
+22 °С
Ямғыр
Новости
23 Февраль 2022, 05:20

Теләк кенә булһын...

Теләк кенә булһын...Теләк кенә булһын...
Теләк кенә булһын...

Башҡортостандың райондарында “Эшҡыуарлыҡ сәғәте” форматындағы ултырыштар “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ” милли проекты сиктәрендә аҙна һайын үткәрелә.

Шулай, Хәйбулла районы хакимиәтендә үткән “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”ндә ике проект ҡаралды. Яңы Украинка ауылынан ағалы-ҡустылы Түләбаевтар ит өсөн мал үрсетмәксе. Урал Иҙрис улы 2014 йылдан алып крәҫтиән-фермер хужалығы етәксеһе булып тора. Ҡустыһы Рәмил менән бергә улар тағы ла һыйыр малы алырға иҫәп тота. Дәүләт ярҙамы районда ит етештереүгә, эш урындары булдырыуға булышлыҡ итер ине, ти улар.

Бәләкәй Арыҫланғол ауылынан Айгөл Сурина 1998 йылдан бал ҡорто аҫрау менән шөғөлләнә. Әле биш умартаһы бар. Был эште ул киңәйтергә теләй. Бал ҡорттары һәм кәрәк-яраҡ алыр өсөн дәүләт ярҙамы, ер участкаһы кәрәк.

“Эшҡыуарлыҡ сәғәте”ндә ҡатнашыусыларға дәүләт ярҙамы күрһәтеү юлдарын ҡарарға ҡушылды.

Автор:Загида Мусина
Читайте нас