Шоңҡар
+24 °С
Ямғыр
Новости
23 Февраль 2022, 11:45

Улдарын юғалтҡан ата-әсәләр беҙҙең йөрәк йылыһын тойһон

.

Улдарын юғалтҡан ата-әсәләр беҙҙең йөрәк йылыһын тойһонУлдарын юғалтҡан ата-әсәләр беҙҙең йөрәк йылыһын тойһон
Улдарын юғалтҡан ата-әсәләр беҙҙең йөрәк йылыһын тойһон

Стәрлетамаҡ ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайы төркөмөндә хәбәр итеүҙәренсә, Ватанды һаҡлаусылар көнө алдынан уларҙа мәрхәмәтлек акцияһы ойошторолған. 17 февралдә урындағы ҡоролтай ҡарамағында уңышлы эшләп килгән Рәсәй Геройы, генерал-майор М.М. Шайморатов исемендәге ирекмәндәр отряды Афғанстанда һәләк булған егеттәрҙең ата-әсәләренә аҙыҡ-түлек тупланмаһы таратып сыҡҡан.

«Бөгөнгө көндә Стәрлетамаҡта Афған һуғышында улдарын юғалтҡан ете ғаилә йәшәй, уларға даими иғтибар бүлергә, ололарҙы хәстәрләргә тейешбеҙ - улар беҙҙең йөрәк йылыһын тойһон», — ти ирекмәндәр отряды етәксеһе Фәнүр Дәүләтбаев.

"Ҡоролтай".

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас