+21 °С
Болотло


Йылайыр районында тәүге тапҡыр ҡышҡы ат сабышы уҙғарылды. Унда райондың иң шәп юртаҡтары ҡатнашҡан.
Сара Яманһаҙ ауылы янындағы яланда уҙғарылған. Унда, йөрәгендә сәме булған 15 кеше атты һыбай менеп тә, сана егеп тә, ярышҡан.
Атһыҙ ғына тамаша ҡылырға теләүселәр өсөн дә ярыштар, уйындар ойошторолған. Ысын ҡышҡы һабантуй майҙанында ҡул көрәштереп тә, йүгереп тә, арҡан тартышып та, ук атып та күңел асҡандар. Һәм, әлбиттә, тәмле сәй менән табын ҡоролған!