

«Мәғариф» проектының дөйөм дәүләт «Социаль әүҙемлек» федераль проектына ярашлы Саҡмағош ауылы Балалар сәнғәт мәктәбендә хореография бүлеге уҡыусылары өсөн "Беҙ — буласаҡ һалдаттар" тигән конкурс-уйын программаһы уҙҙы.
Сара башында балалар был байрамдың ҡасан ойошторолоуын, ысын ир-егеттең ниндәй сифаттарға эйә булырға тейешлеген иҫкә төшөрҙө.
Байрамдың төп геройҙары «Летчиктар» һәм «Танкистар» командалары булды. Улар бер-берһен девиздар менән сәләмләне. Көйәрмәндәр, һалдаттарҙың бик мөһим дуҫтары - уларҙың классташтары ярыш барышында ҙур ярҙам күрһәтте.
Малайҙар көрәшкә алдан уҡ бик етди әҙерләнгәндәр һәм быны ярыштың уҙған һәр этабында иҫбатланылар. Байрам күңелле һәм ҡыҙыу булды, ә ярыш һөҙөмтәһе буйынса дуҫлыҡ еңде!
Айгөл Нәбиева фотоһы.
ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан