

Баймаҡ районың Йәнйегет ауылында Ватанды һаҡлаусылар байрамы уңайынан“Ауылпиада” үткәрелде. Ауылпиаданың утын ҡабыҙыу хоҡуғы, уйындың флагын күтәреү спортсменка, район, республика ярыштары еңеүсеһе Туҡтарова Регинаға бирелде. Ярыш төрҙәре байтаҡ ине. Иң ҡыҙыҡтарынан ауылса биатлон булды. Башта махсус әҙерләнгән түмәрҙәрҙе күтәреп йүгереү, унан трактор тәгәрмәстәрен тәгәрләтеп атыу майҙанына алып килеү. Яҙа атҡандарға яза: штраф түңәрәгенән йүгереп әйләнеп килеү. Был ярышта балалар ҙа, ололар ҙа теләп ҡатнашты. Ҡышҡы спорт төрҙәренән санала һөйрәп ярышыу ҙа мауыҡтырғыс булды. Тәүҙә ир-егеттәр ҡатын-ҡыҙҙы санаға ултыртып һөйрәп ҡалҡыулыҡҡа мендерәләр. Кире төшкәндә киреһенсә ҡатын-ҡыҙҙар һөйрәп төшә. Был ярышта барыһы ла теләп ҡатнашты. Әйткәндәй, Ауылпиадаға 150-ләп кеше сыҡты.Ярышта еңеүселәр ҡиммәтле бүләктәргә лайыҡ булды. Ҡатнашыусылар ҙа бүләкһеҙ ҡалманы. Барыһы ла ҡыуанып, рухланып, рәхмәт әйтеп таралышты.