Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Новости
26 Февраль 2022, 04:00
Һалдат ҡайтты тыуған яғына!
Егеттәрҙең әрме хеҙмәтендә булып, тыуған яҡтарына иҫән-һау ҡайтыуын атай-әсәй түҙемһеҙлек менән көтөп ала. Хәрби бурысын үтәп, һалдат кейеме кейгән егеттәр үҙенән кесе үҫмерҙәргә өлгө, яҡташтарының ғорурлығы ла булып тора.
Һалдат ҡайтты тыуған яғына!
Егеттәрҙең әрме хеҙмәтендә булып, тыуған яҡтарына иҫән-һау ҡайтыуын атай-әсәй түҙемһеҙлек менән көтөп ала. Хәрби бурысын үтәп, һалдат кейеме кейгән егеттәр үҙенән кесе үҫмерҙәргә өлгө, яҡташтарының ғорурлығы ла булып тора.
Юлыҡ ауылында йәшәүсе Эльвира Миниәмир ҡыҙы һәм Рәфис Ғәлинур улы Абдрахмановтар ҙа улдарының әрме хеҙмәтенән ҡайтыуын түҙемһеҙлек менән көткән ине. Күптән түгел Данир Рәфис улының хеҙмәт бурысын үтәп, тыуған яҡтарына ҡайтып төшөүенә атай-әсәй ҙур шатлыҡ кисерҙе.
Данир Юлыҡ төп дөйөм белем биреү мәктәбенең 9-сы класын тамамлағас, Стәрлетамаҡ төҙөлөш һәм профессио-наль технологиялар колледжына уҡырға инә. Колледжды тик яҡшы билдәләргә генә тамамлап ҡайтҡас, әрме сафына саҡырылған. Тәүҙә Ульяновск ҡалаһында әҙерлек курстары үткәндән һуң, Алыҫ Көнсығышҡа ебәрелә. Амурҙағы-Комсомольск ҡалаһында хеҙмәт бурысын намыҫлы үтәй. Бәләкәйҙән спорт яратып үҫкән Данирға физик күнекмәләр үтеү еңел бирелгән. Һалдаттар араһында үткәрелгән спорт ярыштарында ла һәр саҡ беренселекте алған. Уның һәйбәт хеҙмәт итеүе тураһында командирҙары яҙған ҡылыҡһырлама ла асыҡ сағыла.
Ил алдындағы бурысын намыҫлы үтәгән Данир Абдрахмановҡа алда ла үҙен һынатмай, тормошта уңыштарға өлгәшеп, атай-әсәһен шулай һөйөндөрөп кенә тороуын теләп ҡалабыҙ.
Әлфиә Вәлиева.
Автор:
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"