

Бөгөн баш ҡалалағы “Өфө-Арена” алдындағы майҙанда Пекиндағы XXIV Ҡышҡы Олимпия уйындарында ҡатнашыусылар һәм призлы урын яулаусылар менән тантаналы осрашыу үтте.
Рәсәй йыйылма командаһы составында Башҡортостандан 14 спортсы, шул иҫәптән 2014 йылда Олимпия чемпионы булған, 2018, 2022 йылдарҙа бронза миҙал яулаған шорт-трексы Семен Елистратов, быйыл Олимпия уйындарында бронза миҙал алған Эдуард Латипов, 2014 йылда үткәрелгән Олимпия уйындары чемпионы, 2010 йылда Олимпия уйындарында бронза миҙал яулаған скелетонсы Александр Третьяков һәм ике бобслейсы – Юлия Беломестных һәм Ростислав Гайтюкевич ҡатнашты. Шулай уҡ Өфөләге “Ағиҙел” командаһынан ете хоккейсы – Вероника Коржакова, Мария Печникова, Мария Сорокина, Ольга Сосина, Анна Шибанова, Мария Баталова һәм Полина Лучникова, “Салауат Юлаев” хоккей клубынан Александр Кадейкин, Шакир Мөхәмәҙуллин бар ине.
- Бөгөн Башҡортостанда - ҙур байрам! - тине республиканың спорт министры Руслан Хәбибов. - Башҡортостан спорт төбәге булып ҡалыуын дауам итә.
Спорт министры Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың сәләмен еткерҙе. Сарала Олимпиада геройҙары йәш быуын вәкилдәре - шорт -трексыларға, хоккейсыларға символик миҙалдар тапшырҙы