Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Новости
27 Февраль 2022, 10:20

Ҡышҡы Олимпия уйындарында ҡатнашыусылары менән осрашыу үтте

Ҡышҡы Олимпия уйындарында  ҡатнашыусылары менән осрашыу үттеҠышҡы Олимпия уйындарында  ҡатнашыусылары менән осрашыу үтте
Ҡышҡы Олимпия уйындарында ҡатнашыусылары менән осрашыу үтте

Бөгөн “Өфө-Арена” алдындағы майҙанда Пекиндағы XXIV Ҡышҡы Олимпия уйындарында ҡатнашыусылар һәм призлы урын яулаусылар менән тантаналы осрашыу үтте.

Рәсәй йыйылма командаһы составында Башҡортостандан 14 спортсы, шул иҫәптән 2014 йылда Олимпия чемпионы булған, 2018, 2022 йылдарҙа бронза миҙал яулаған шорт-трексы Семен Елистратов, быйыл Олимпия уйындарында бронза миҙал алған Эдуард Латипов, 2014 йылда үткәрелгән Олимпия уйындары чемпионы, 2010 йылда Олимпия уйындарында бронза миҙал яулаған скелетонсы Александр Третьяков һәм ике бобслейсы – Юлия Беломестных һәм Ростислав Гайтюкевич ҡатнашты. Шулай уҡ Өфөләге “Ағиҙел” командаһынан ете хоккейсы – Вероника Коржакова, Мария Печникова, Мария Сорокина, Ольга Сосина, Анна Шибанова, Мария Баталова һәм Полина Лучникова, “Салауат Юлаев” хоккей клубынан Александр Кадейкин, Шакир Мөхәмәҙуллин бар ине.

Ҡытайҙа үткәрелгән Олимпиадала республика спортсылары дүрт бронза миҙал яуланы.

Өфөләр, баш ҡала ҡунаҡтары өсөн масштаблы мәҙәни һәм спорт-мауыҡтырғыс программа, шул иҫәптән Олимпиада тураһында факттарҙы белеүгә арналған викторина, хоккейсылар, фигуристар һәм шорт-трексылар ҡатнашлығында “Боҙ баттлы” һәм башҡа саралар үткәрелде.

Дүрт тапҡыр “Рәсәйҙең иң көслө кешеһе” турнирында еңеүсе Эльбрус Ниғмәтуллиндың шоуы иң ҡыҙыҡлыһы булғандыр. Ул спортсылар ултырған 20 тонналыҡ автобусты 35 метрға тиклем һөйрәне.

- Бөгөн Башҡортостанда - ҙур байрам! - тине республиканың спорт министры Руслан Хәбибов. - Башҡортостан спорт төбәге булып ҡалыуын дауам итә. Спорт министры Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың сәләмен еткерҙе.

 

Автор:Загида Мусина
Читайте нас