Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Новости
28 Февраль 2022, 06:09

Балаларҙың ижади һәләтен үҫтереү мөһим

Бының өсөн Башҡортостандың сәнғәт мәктәптәренә уҡыусыларҙы күберәк ҡабул итергә кәрәк. Әлеге ваҡытта эшләп килгән учреждениеларҙы ремонтлау һәм яңы шарттарға тап килтереп үҙгәртеү - тәүге аҙым буласаҡ. 

Балаларҙың ижади һәләтен үҫтереү мөһимБалаларҙың ижади һәләтен үҫтереү мөһим
Балаларҙың ижади һәләтен үҫтереү мөһим

 Федераль күрһәткестәр буйынса республиканың сәнғәт мәктәптәрендә уҡыусы балалар һаны етерлек кимәлдә түгел. 2022 йылда был һандарҙы арттырыу планлаштырыла. Киләсәктә ошондай мәктәптәрҙә уҡырҙай, ижади һәләтенә күберәк иғтибар бирерҙәй балалар һаны ике тапҡырға артып, 103 мең тирәһе кеше буласағы күҙаллана.

Әммә тик Өфө ҡалаһында ғына  40 балалар сәнғәт мәктәбен төҙөү һәм яңыртыу кәрәк. 

Балалар ижадына тейешенсә иғтибар бүлеү, шарттар булдырыу - оло мәртәбә. 

#ВладимирПутин #национальныепроекты #нацпроекты #региональныепроекты #регпроекты #нацпроектыБашкортостана

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан

Автор:Гульсина  Юсупова
Читайте нас