Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Новости
1 Март 2022, 07:17

«Өлгөлө башҡорт ғаиләһе-2022» республика конкурсы еңеүселәре билдәләнде

«Өлгөлө башҡорт ғаиләһе-2022» республика конкурсы еңеүселәре билдәләнде«Өлгөлө башҡорт ғаиләһе-2022» республика конкурсы еңеүселәре билдәләнде
«Өлгөлө башҡорт ғаиләһе-2022» республика конкурсы еңеүселәре билдәләнде

«Өлгөлө башҡорт ғаиләһе-2022» республика конкурсы еңеүселәре билдәләнде. Конкурста республиканың төрлө мөйөштәренән, Ҡурған өлкәһенән һәм Ханты-Манси автономиялы округы-Югранан 23 ғаилә ҡатнашты.

Гран-приҙы Күгәрсен районынан Хөснуллиндар ғаиләһе яуланы. Улар 100 мең һумлыҡ сертификат менән бүләкләнде.

Урал менән Гөлгөнә ике бала тәрбиәләй: ҡыҙҙары Дилараға — 10, улдары Ирханға 4 йәш. Хөснуллиндарҙы яҡташтары йүнсел, талантлы ғаилә тип белә. Ғаилә башлығы милли уйын ҡоралы — ҡурай эшләү менән шөғөлләнә. Был һөнәргә уны атаһы, оҫта ҡуллы Рәмил ағай өйрәткән. Ул ағасты семәрләү менән шөғөлләнгән, милли биҙәкле йыһаз эшләү оҫтаханаһын асҡан. Урал Рәмил улына был һөнәргә ҡыҙыҡһыныу атаһынан күскән. Бер нисә йыл элек үҙе лә оҫтахана асып ебәргән, хәҙер музыканттарҙың заказдарын башҡара. Инструментҡа һорау ҙур, ти Урал Хөснуллин. Еңеүселәр был аҡсаға оҫтахана өсөн ҡорамалдар һатып алырға ниәтләй.

Автор:Загида Мусина
Читайте нас