Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Новости
1 Март 2022, 15:42

Силәбеләр тарихты яҡшы белә

Беҙҙең төбәктәр араһында ныҡлы бәйләнеш артабан да ныҡ булыр һәм илдең күп милләтле берҙәмлеге нигеҙен һаҡлауға үҙ өлөшөн индерер, тип уйлайым.

Силәбеләр тарихты яҡшы беләСиләбеләр тарихты яҡшы белә
Силәбеләр тарихты яҡшы белә

Силәбелә Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге өлкә әҙәби берекмәһенең 60 йыллығына арналған II Төбәк-ара фәнни-ғәмәли конференцияһы үтте.

Башҡортостандың Силәбе өлкәһендәге вәкиле Әлфир Байымов ике төбәктең етәкселегенә башҡорт мәҙәниәтен һәм тарихын һаҡлауға ҙур өлөш индергән өсөн рәхмәтен еткерҙе.

«Беҙҙең төбәктәр араһында ныҡлы бәйләнеш артабан да ныҡ булыр һәм илдең күп милләтле берҙәмлеге нигеҙен һаҡлауға үҙ өлөшөн индерер, тип уйлайым. Силәбе өлкәһе тарихы этнографтар, тарихсылар, тыуған яҡты өйрәнеүселәр өсөн ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра. Конференцияның дискуссион майҙансығы йылдан-йыл киңәйә бара, ведомсто-ара, йәмәғәт ойошмалары, дәүләт учреждениелары араһындағы күп яҡлы яйға һалынған диалог дауам итә. Конференция ыңғай тәжрибә менән уртаҡлашырға булышлыҡ итәсәк, ». – тип белдерҙе Әлфир Байымов.

Сарала ҡатнашыусыларға тәбрикләү һүҙе менән Силәбе өлкәһе Хөкүмәте вәкиле Андрей Резепин, Силәбе өлкәһендәге Башҡорт ойошмалары ассоциациаһының рәйесе Рауил Асатуллин, Республика балалар сәләмәтлекте нығытыу-белем биреү үҙәге вәкиле Клара Әһлиуллина, “Шәжәрә” тарихи мираҫты өйрәнеү үҙәге директоры урынбаҫары Илгиз Солтанморатов мөрәжәғт итте.

Осрашыуҙың модераторҙары сифатында Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге өлкә әҙәби берекмәһенең етәксеһе Ҡамса Мортазин һәм билдәле тарихсы, БДУ доценты, Бөтә донъя башҡорттары ҡоротлайының тарих һәм башҡорт халҡын үҫтереү буйынса комиссияһы кураторы Нурислам Ҡалмантаев сығыш яһаны. Конференцияла тыуған яҡты өйрәнеү, башҡорт халҡының тарихына һәм мәҙәниәтенә бәйле проблемалар тикшерелде.

Әйткәндәй, күптән түгел Башҡортостандың Силәбе өлкәһендәге даими вәкиллеге ярҙамы менән республиканың Тыуған яҡты өйрәнеүселәр йәмғиәтенең күсмә сессияһы үткән, Силәбе башҡортары тарихын өйрәнеүселәр өсөн был бик әһәмиәтле сара булған.

"Ҡоролтай"

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас