Бөгөн төндә 46 йәшлек ҡатын Өфөләге Затон күперенән осоп төшкән. Ул мөғжизә менән иҫән ҡалған, үҙе ҡотҡарыусылар саҡыртҡан. Килеп еткән ҡотҡарыусылар төрлө йәрәхәттәр алған ҡатынды дауаханаға оҙатҡан.